Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2022, 10:41

Туңдырылған һарымһаҡ та файҙалы

Корея тикшеренеүселәре тәжрибә үткәргән, уның һөҙөмтәһе көтөлмәгәнсә килеп сыҡҡан.

Туңдырылған һарымһаҡ та файҙалы
Туңдырылған һарымһаҡ та файҙалы

Түбән температура тәьҫиренә дусар булһа ла, һарымһаҡтың файҙаһы көндән-көн ҙурыраҡ, тигән һығымтаға килгән. Ғилми эштең йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт махсус баҫмала (Journal of Medicinal Food) донъя күргән.

Тәжрибә үткәрер алдынан ғалимдар һарымһаҡты яҡынса минус 60 градус тәшкил иткән камераға һалып торған. Ике айҙан һуң, уны ваҡлап, ҡайһы бер берләшмәләр менән бутап, LTAG тигән исемләнгән ҡатнашма алғандар. Уны йоғонтоһон лаборатор кимереүселәрҙә тикшерергә хәл иткәндәр. Бер сысҡандарға – бик күп, икенселәренә аҙ ғына итеп ошо һарымһаҡлы ҡатнашманы биргәндәр. Өсөнсөләренә бер нәмә лә бирелмәгән, тикшереү төркөмөн тәшкил иткән.

Артабан сысҡандар ваҡыты-ваҡыты менән етди ауырлыҡтарға дусар булған. Бер айҙан тикшеренеүселәр тәжрибә аҫтында булған кимереүселәрҙең организмындағы үҙгәрештәрҙе тикшерергә булған. Баҡтиһәң, улар иң яҡшы физик характеристика күрһәткән икән. Һөҙөмтәлә ғалимдар күнекмәләрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн туңдырылған һарымһаҡтың файҙаһы тураһында һығымта яһаған. Әммә ҡайһы бер нескәлектәрҙе лә оноторға ярамай. Беренсенән, тикшереү һөҙөмтәләре яҡынса иҫәпләнгән. Икенсенән, белгестәр килеп сыҡҡан һөҙөмтәне бер нисек тә әлегә аңлатмаған.

 

 

Фото: https://sterlegrad.ru/society/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: