Февралдең тәүге аҙнаһында ковид менән ауырыусы пациенттарҙың күп булыуына бәйле хәлде нормаға килтереп булды. Өфө районындғы Республика инфекция үҙәгендә, Республика клиник инфекция дауаханаһында һәм Өфө ҡалаһының 17-се клиник дауаханаһында коронавирус менән сирләүсе балалар өсөн бүлектәр асыла. Был хаҡта оператив штабтың ултырышында Радий Фәрит улы белдерҙе.
— Төбәктә ковид менән зарарланыусылар һаны арта. Үткән аҙнала 110 процентҡа үҫеш теркәлде. Үткән тәүлектә генә 1678 кешенең диагнозы раҫланды. Был яңы анттирекорд, – тине БР Хөкүмәте вице-премьеры – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Ауырыусыларҙың күбеһе өйҙә амбулатор рәүештә дауалана. Полкилиникалар һәм амбулаторияларға көс төшә. Әммә студенттар һәм ординаторҙар ярҙамы менән пациенттарҙың ағымын кәметергә өлгәшелде. 31 ғинуарҙан поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-се яртынан киске 10-ға тиклем эшләй. ПЦР-анализдарҙы киске 8-се яртыға тиклем тапшырырға мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был көндәрҙә эште ойошторғандары өсөн табиптарға һәм беренсе звено медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.