Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2022, 23:43

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

28 ғинуарҙан алып 3 февралгә тиклем Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, өс кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 900-ҙән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 389 протокол төҙөгән:

31 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

71 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

7 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән;

4 водитель телефондан һөйләшеп килгән;

22 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

2 водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән һ.б. 


Фото: БР ЮХХДИ.



Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: