Беҙ, бәндәләр, Аллаһтың ризалығына өлгәшергә, Унан сауапты күберәк алырға теләйбеҙ. Тәсбих тартыу – Аллаһты зекер итеү, уға рәхмәт әйтеү, шөкөр итеү. Шуға күрә инде намаҙ ҙа уҡыйбыҙ, тәсбих тә тартабыҙ. “Тәсбих тартмаһаң, намаҙың ҡабул булмай” – тип иҫкәртеүселәр ҙә бар. Аллаһы Тәғәлә намаҙ өсөн ваҡыт аралығын етерлек тәғәйенләгән. Тәсбихте, намаҙҙан һуң да, транспортта барғанда, бүтән ҡулайлы мәлдә лә әйтергә мөмкин. Тәсбих тартҡанда иң тәүҙә 33 мәртәбә “Собханаллаһ!”( мәғәнәһе: “ Аллаһы Тәғәләнең һис кәмселеге юҡ!) – тип утыҙ өс мәртәбә әйтәбеҙ. Һуңынан 33 мәртәбә “ Әлхәмдүлиллаһ”, “ Аллаһу Әкбәр” тип әйтеп, тип тиҫбе төймәләрен шылдырабыҙ.
Фото:bolgegundem.com