Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2022, 16:25

Маҡсат- һөҙөмтәлелекте арттырыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һуңғы 10 йылда сәнәғәт етештереүе индексының максималь үҫеше тураһында хәбәр итте. Республика йәмәғәтселеге бөгөн төбәктең иҡтисади күрһәткестәрен тергеҙеүҙе һәм үҫтереүҙе әүҙем тикшерә.  

Маҡсат- һөҙөмтәлелекте арттырыу
Маҡсат- һөҙөмтәлелекте арттырыу

 

Рәсәй сәйәсәте федерацияһының эксперт советы рәйесе, «Эшлекле Рәсәй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Альберт Ғарипов билдәләүенсә, «Башҡортостан Республикаһы сәнәғәтте үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы күпселек йәһәттән муниципалитеттарҙа һәм Башҡортостан Хөкүмәтендә «инвестиция һәм сәнәғәт сәғәттәре» аша үткән проекттарҙы ҡарай. Проекттар сәнәғәт һәм энергетика өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған субъекттарға финанс, мәғлүмәти-консультация һәм башҡа ярҙам алыу өсөн тапшырыла. Башлыса улар Башҡортостан территорияһында иң яҡшы технологиялар индереүгә, импортты алмаштырыуға, техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға, предприятиеларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән.

2021 йылда дөйөм суммаһы 30,126 миллиард һумлыҡ 85 проект ҡаралған һәм уға ярҙам күрһәтелгән. Шуларҙың 16-һы - алты моноҡалалала һәм 3-һө республиканың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә тормошҡа ашырыла. Раҫланған займдарҙың дөйөм суммаһы 10, 650 миллиард һум тәшкил итә, шуларҙың 1,004 миллиард һумы БР Төбәк үҫеше фонды аша бүленгән. Был проекттар республикала өҫтәмә 2713 эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Предприятиеларға тап ошондай комплекслы ярҙам 2021 йылға Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт етештереүе индексын 107,5 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирҙе. Был, әлбиттә, яңы инвестициялар йәлеп итеүгә туранан-тура йоғонто яһай һәм Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген арттыра. 2020 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Рәсәй сәйәсәте фонды эшмәкәрлеге дөйөм Рәсәй рейтингында федераль Рәсәй сәйәсәте фонды етәкселеге тарафынан юғары баһаланды һәм икенсе урын бирелде.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: