Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2022, 09:25

Көн торошо

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 4 һәм 5 февралдә республикала һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә. Ведомство мәғлүмәте буйынса, төбәктә буран, ҡар ҡатыш ямғыр һәм боҙлауыҡ була.

Көн торошо
Көн торошо

4 февралдә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, республиканың төньяғында көслө ҡар яуыуы, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөм көтөлмәүе фаразлана. Урыны менән буран сығыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән көрт һалыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ - 1-4 градус һалҡын.

5 февралдә урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ вәғәҙәләнеләр. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 5-10, аяҙытҡанда 12-17, көндөҙ - 2-7 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: