Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2022, 10:47

Фитнес! Бушлай!

Быйыл ҡар һәйбәт кенә яуа, моғайын, ҡоролоҡ булмаҫ. Тик бәғзеләр ҡар көрәп арып та киткәндер. Ҡайһы берәүҙәргә эш – ул ял. Зарядка. Ә бына Өфөлә “Ҡар фитнесы” ла үтә әле.

Фитнес! Бушлай!
Фитнес! Бушлай!

Ҡар көрәйбеҙ, тип нимә генә уйлап сығармайҙар – ҡар өмәһе, ҡар фитнесы, десанты һ.б.

Баш ҡалала иртәгә “Рәсәй студент отрядтары” төбәк ойошмаһы “Ҡар фитнесы”на саҡыра. Йәштәр дауаханаларға һәм поликлиникаларға юлды таҙарта.

Сара (иртәнге 10-да башлана) түбәндәге адрестар буйынса үтә (исемлекте русса бирәбеҙ):

  • Демский район: городская клиническая больница Демского района (ул. Дагестанская, 13а и 10/2);

  • Кировский район: детская поликлиника № 2 (ул. Достоевского, 112; ул. Степана Кувыкина, 14);

  • Октябрьский район: детская поликлиника № 5 (пр. Октября, 60/1; ул. Маршала Жукова, 17);

  • Советский район: детская поликлиника № 3 (пр. Октября, 22/2);

  • Ленинский район: детская поликлиника № 6 (ул. Ахметова, 318/1);

  • Калининский район: детская поликлиника № 4 (ул. Орджоникидзе, 15; ул. Вологодская, 20; ул. Т. Янаби, 71; ул. Ферина, 20/1);

  • Орджоникидзевский район: городская детская клиническая больница № 17 (ул. Короленко, 7а; ул. Свободы, 29; ул. Кольцевая, 6/1).

    Ҡатнашырға теләһәгеҙ, https://clck.ru/asPhi ошо гугс-форманы тултырырға ғына кәрәк.

    Фото: vk.com (Өфө ҡалаһы хакимиәте төркөмө).
Фитнес! Бушлай!
Фитнес! Бушлай!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: