Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2022, 22:58

«Эдуардтың уңышлы сығыш яһарына ышанам!»

Беҙ ҙә ышанабыҙ! Алға, Рәсәй!

«Эдуардтың уңышлы сығыш яһарына ышанам!»
«Эдуардтың уңышлы сығыш яһарына ышанам!»

Әлеге минуттарҙа Пекинда XXIV ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһы тамамланды. Үкенескә күрә, бар донъяны мәкерле сирҙең яңы варианты «омикрон» ялмап алды. Спортсылар араһында ла сирләүселәр күп. Ошо арҡала улар йылдар буйы әҙерләнгән ярыштан ситтә ҡаласаҡ. 

Билдәле биатлонсы, яҡташыбыҙ Эдуард Латиповтың тренеры Виктор Никитинды ла әлеге хәл-торош борсой. Әммә ул тәрбиәләнеүсеһенең уңышлы сығыш яһарына ышана.

– Әлбиттә, был – Олимпиада, бөтә спортсылар ҙа, шул иҫәптән Эдуард та һуңғы көсөнәсә еңеү өсөн көрәшәсәк. Иң мөһиме: беренсе йүгереүҙән тороп ҡалмаҫҡа. Беҙҙең спортсыларҙы тағы бер һынау көтә. Бында атыу рубежы шул тиклем насар, төрлө яҡтан ел өрә. Ни генә булмаһын, мин Эдуардтың уңышлы сығыш яһарына ышанам», – тигән Никитин "КП"-ға биргән интервьюһында.

Әйткәндәй, Латипов та йыл башында коронавирус менән сирләп алғайны. Ул оҙаҡ ҡына карантинда булды. Әлегә сәләмәтлеге яҡшы һәм иртәнге алышҡа сығырға әҙерләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы иртәгә ҡатнаш эстафетала ярыша. Исемлектә яҡташыбыҙ Эдуард Латипов бар. Алға, Рәсәй!

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: