Резина калоштың тарихы ҡыҙыҡ ҡына.
Англияның көйһөҙ көн торошонан гел генә сирләп торған Рэдли атлы бер ир “аяҡ кейеменә ҡап” уйлап тапҡан. 1803 йылда патентлаған был чехолдар каучук ағасының һуты менән еүешләтелгән сепрәктән булған. Тик ул нәмәләр һыуыҡта сатнаған, эҫелә һаҫыҡ еҫ сығарған.
XIX быуат башында каучукты һауа торошона сыҙамлы итеп яһарға тырышҡандар. Америка уйлап табыусыһы һәм эшҡыуары Чарльз Гудьир 1824 йылдың 4 февралендә Бостонда резина калоштарҙы күрһәткән. Тап ошо дата тарихта калоштың тыуған көнө тип билдәләнә лә инде. Әйткәндәй, “калош” һүҙе француздыҡы ла, гректыҡы ла тигән бәхәстәр бара.
1920 йылда калош модалы аяҡ кейеме булған, ә Советтар Союзында уны күпләп сит илгә һатҡандар. 1860 йылдарҙа уҡ берлектә рус-америка резина продукцияһы сығарылған. Петербургта эшләүсе «Треугольник» (СССР-ҙа – «Красный треугольник») бик популяр булған.
Иҫләйһегеҙме икән, үзбәк калуштары тип тә инәйҙәр бик яратып кейә торғайны. Хәҙер күбеһенсә Ҡытайҙың ҡаты калоштары килә, шулай ҙа ара-тирә йомшаҡ сифатлылары ла килеп сыға.
Түбәндә ошо аяҡ кейеменә арналған шәп шиғырҙар (ватсапта таралды):
АУЫЛ “ВЕЗДЕХОДЫ”
Йәше-ҡарты галуш кейә
Йәйен-ҡышын ауылда.
Зәрә оҡшап ҡала галуш
Айырыуса яуында.
Һыу үткәрмәй, үҙе йылы,
Үтеп була бар ерҙән.
Йәлке булмаҫ уға урын
Биргәндә лә иң түрҙән.
Ауылдың вездеходы ул,
Везде ходит был галуш.
Ҡайһы саҡта шул галушҡа
Булып та ала талаш.
Кем өлгөрө, ул шуныҡы –
Тупһа төбөндә көтә.
Теләгән ереңә илтер –
Аяҡ тығыу ҙа етә!
Бер ҡараһаң, оло ҡата
Күршегә бара инеп.
Бер ҡараһаң, өй янында
Һүҙ тыңлай иҫе китеп.
Бер ҡараһаң, һыуға китә,
Унан һыйыр һауыша.
Урамда хужабикәгә
Ҡайсаҡ ләстит һатыша.
Магазинға ла йөрөй ул,
Мунса яға, ҡар көрәй.
Бер ҡараһаң, бәләкәсен
Санаға һалып һөрәй.
Бесән саба, йыя, ҡоя,
Ташып ала ҡураға.
Туфлиҙар асфальт тапаһа,
Был елдерә тураға.
Лаклы туфли арты торһон,
Йәшәһен беҙҙең ҡата!
Һикәлтәлә, тоғро эттәй,
Һәр ваҡыт көтөп ята!
Машинаға ла өйрәнде -
Тормоз-газды шәп белә.
Йыуып алһаң, ҡыуаныстан
Ялт та йолт итеп көлә.
Ҡатаң булмаһа, ауылда
Делать нечего, дуҫтар.
Байрамы менән ҡотларға
Сәпәкәй итһен устар!
Т. Баһауетдинова.
Галуш
Бала инем. Бөтәбеҙгә
Әсәйем галуш алды.
Бүлештеләр. Бәләкәсе,
Матуры миңә ҡалды.
Шатлығым эсемә һыймай,
Алынды инде һушым:
Ҡосаҡлап ҡына йоҡларлыҡ
Матур ялтыр галушым!
Иҫәбем бар галушымды
Һаҡлап ҡына кейергә,
Башҡа галуштар туҙғас та
Ҡупырайып йөрөргә!
Һәр хәлдә дә галушымды
Һаҡларға сара табам:
Йомош-юлға апайҙарҙың
Галушын кейеп сабам!
Иң кесегә эш күберәк,
Йүгертәләр йомошҡа:
“Туҡмас баҫам, бар, тиҙ генә
Алып инсе йомортҡа!”
Ҙур галушты эләктереп
Саптым инде тиҙерәк:
Апай күреп өлгөргәнсе
Килеп етергә кәрәк!
Ҡулдарымда йомортҡалар,
Өйгә табан ынтылдым,
Остом. Һытыҡ йомортҡалар…
Мин үҙем дә һытылдым.
Эй ултырам өзләп илап!
Галуштар аунай йәнәш…
Апайҙар көлә… Әсәйем
Бирҙе ошондай кәңәш:
“Кеше галушын кеймәһәң,
Балам, йығылмаҫ инең,
Йомортҡаларға буялып,
Оятҡа ҡалмаҫ инең.
Киләсәккә аҡыл булһын,
Иҫеңдә ҡалһын ошо:
Теймә кеше өлөшөнә,
Һәр кемдең үҙ галушы!”
Бала саҡтың ваҡиғаһын
Иҫләйем башты эйеп,
Атлайым тормош юлынан
Үҙ галушымды кейеп.
Балаларға мин дә әйтәм
Әсәйемдең һүҙҙәрен:
“Кеймәгеҙ кеше кейемен,
Һөймәгеҙ кеше йәрен.
Бәхетле булаһың килһә,
Иҫеңдә торһон ошо:
Үҙ яҙмышың менән йәшә –
Һәр кемдең үҙ галушы!”
Фирүзә Абдуллина.
Фото: vk.com