Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 22:37

Ҡыуаныслы яңылыҡ! Яҡшы закон ҡабул ителгән!

Бынан ары суд приставтары кешенең пенсияһының йә эш хаҡының ярты суммаһын тартып ала алмаясаҡ.

Ҡыуаныслы яңылыҡ! Яҡшы закон ҡабул ителгән!
Ҡыуаныслы яңылыҡ! Яҡшы закон ҡабул ителгән!

Был хәбәр менән Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан. Уның һүҙҙәренсә, 1 февралдән пенсияның һәм эш хаҡының аныҡ күләме билдәләнгән, был суммаға арест һалыу бөтөнләй тыйыла. 

«Закон проектын комитет исеменән мин тәҡдим иттем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кеше шарттарын яҡшылап өйрәнмәйенсә, банктарҙа, микрофинанслау ойошмаларында кредит ала һәм уларҙы ҡайтара алмай. Кемдер эшен юғалта йә сирләп китә һ.б. Кредит ойошмаһы дәғүә әҙерләһә, суд аҡсаны ҡайтарыу тураһында ҡарар сығара һәм ай һайын кешенең пенсияһының йә эш хаҡының 50 проценты тотола башлай. Ә халыҡтың пенсияһы былай ҙа ҙур түгел.

Ошоно иҫәпкә алып, был законда беҙ тейелмәй торған сумманы билдәләнек, ул йәшәү минимумы күләмен тәшкил итә (13793 һум). Был суммаға тейергә бер кемдең дә хаҡы юҡ, шул иҫәптән суд ҡарарҙарына нигеҙләнеп тә.

Яңы закондың өҫтөнлөгө менән файҙаланыу өсөн Федераль суд приставтары хеҙмәтенә ғариза яҙырға кәрәк. Улар йәшәү минимумы күләмендә аҡсаны ҡалдырыу тураһында ҡарар сығарырға тейеш. Ғаризаны бүлеккә электрон форматта йә "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша ебәрергә мөмкин».

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: