Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 08:13

Урмандар йыһандан күҙәтелә

Быйыл Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ғаризаһы буйынса, РФ Урман хужалығы федераль агентлығы беҙҙә дистанцион мониторинг үткәрә.

Урмандар йыһандан күҙәтелә
Урмандар йыһандан күҙәтелә
Ул урманды файҙаланыуҙы тикшереү буйынса. Барлығы 25 урмансылыҡ территорияһы (4,9 млн га) аэрокосмик саралар ярҙамында тикшерелә.
Министрлыҡтың дәүләт урман һәм янғын федераль күҙәтеү бүлеге начальнигы Юнир Садиҡов әйтеүенсә, дистанцион зонд ярҙамында контролләү урмандың үҙгәрешен, файҙаланыу биләмәләрен күрергә мөмкинлек бирә.
Беләһегеҙ, беҙҙә "Экология" милли проектының мөһим бер йүнәлеше - "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты.
 
Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.
Урмандар йыһандан күҙәтелә
Урмандар йыһандан күҙәтелә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: