Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 14:30

Республикала яңы һөнәри байрам булдырыла

Уны йыл һайын 29 октябрҙә билдәләргә тәҡдим ителә

Республикала яңы һөнәри байрам булдырыла
Республикала яңы һөнәри байрам булдырыла

Башҡортостан парламенты республикала яңы һөнәри байрам – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре көнөн булдырырға ниәтләй. Уны йыл һайын 29 октябрҙә билдәләргә тәҡдим ителә.

Тейешле закон проекты Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет тарафынан хупланды. Документты БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың яҡындағы ултырышында тәүге уҡыуҙа ҡабул итеү күҙаллана.

Спикер Константин Толкачев аңлатыуынса, һайланған дата тарихи яҡтан нигеҙләнгән. 1991 йылдың 29 октябрендә Башҡорт ССР-ының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты ойошторола.

 – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре ер мөнәсәбәттәрен дәүләт көйләүҙә туранан-тура ҡатнаша. Күсемһеҙ милеккә идара итеү менән бәйле ер реформаһының һәм дәүләт программаларының уңышы уларҙың намыҫлы хеҙмәтенә бәйле. Улар бюджетты тулыландырыуға ҙур өлөш индерә, республикабыҙҙың иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға булышлыҡ итә, – тип билдәләне Толкачев.

Закон проекты Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының 30 йыллыҡ юбилейы айҡанлы әҙерләнде, тип өҫтәнеләр парламентта.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: