Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 20:41

Республикабыҙ вуздары ла «дистанционка»ға күсте!

Тик барыһы ла түгел...

Республикабыҙ вуздары ла «дистанционка»ға күсте!
Республикабыҙ вуздары ла «дистанционка»ға күсте!

Эпидемиологик хәүеф янау сәбәпле, БДУ, БДПУ һәм БДАУ өйҙән уҡыу тәртибенә күсте. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарын дистанцион уҡыуға 23 февралгә тиклем күсерҙе. Ә БДУ 13 февралгә, аграр унивеситет 12 февралгә ҡәҙәр.

Көндөҙгө‐ситтән тороп уҡыу һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә студенттар дистанцион тәртиптә белем алыуын дауам итә.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм уҡыу ваҡыты университеттарҙың рәсми сайттарында бирелгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: