Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 15:32

Радий Хәбиров һәммәбеҙҙе һаулығыбыҙға һаҡсыл булырға саҡыра

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған.   

Радий Хәбиров һәммәбеҙҙе  һаулығыбыҙға һаҡсыл булырға саҡыра
Радий Хәбиров һәммәбеҙҙе һаулығыбыҙға һаҡсыл булырға саҡыра

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны артыуға ҡарамаҫтан, кемдәргә талап ителә, барыһында дауаханаға урынлаштырыу мөмкинлеге бар.  Республикала 10 меңгә тиклем ковид менән ауырыусыларға койка-урындар булдырыла. 2 февралгә ҡарата төбәктә 2300 койка-урын булдырылған.    Февралдә Туймазы ҡалаһында госпиталь файҙаланыуға тапшырыласаҡ, Сибайҙа инфекция үҙәге төҙөлөшө дауам итә.  Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған.   

«Иң мөһиме, нимә өҫтөндә эшләйбеҙ  – кешеләр беренсе ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә булһын. Шуға күрә поликлиникаларҙың эш сәғәтен арттырҙыҡ, хәҙер улар иртәнге сәғәт 8-се яртынан киске 10-ға тиклем эшләй.   Поликлиникаларҙа кеше күп булыу сәбәпле, медиктарға көс төшә.   Табиптарға ярҙамға БДМУ һәм медицина колледждарының сығарылыш курсы студенттары килде.  Уҡыу йорттары етәкселәренә, уҡытыусыларға һәм студенттарға ҙур рәхмәт»,  – тип билдәләгән республика етәксеһе.

Башҡортостанда шулай уҡ Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең операторҙары иҫәбе 14 кешенән 124-кә тиклем арттырылды.  Ул көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.   Унда  8 (347) 218-19-19 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.

«Хатта шул тиклем операторҙар ҙа шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеп өлгөрә алмай.  Уларҙың һанын артабан да арттырасаҡбыҙ. Бынан тыш, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм номеры (122) эшләй.   Уның буйынса ла ситация үҙәгенә шылтыратырға, шулай уҡ табип саҡыртырға мөмкин.   Ирекмәндәр штабы ла эшләй. Уларҙың береһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының штабы “Беҙҙең хәстәр”   8-800-201-89-03 һандары буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә. БР Йәштәр сәйәсәте дәүләт комитеты ирекмәндәре һәм активистары ла әүҙем эшләй.    Улар менән  8 (347) 279-06-30 и 279-06-56 телефон һандары аша бәйләнешкә инергә мөмкин»,  – тип аңлата  Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы шулай уҡ предприятие етәкселәрен мөмкин тиклем дистанцион эшләүгә күсерергә саҡырҙы.  

«Үҙем был көндәрҙә донъяны компьютер мониторы аша күрәм. Әлбиттә, күп нәмә һәр кемдең үҙенең һауылығына һаҡсыл ҡарашынан тора.  Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! 18 мартта юғары әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйғанға һәм бөтә донъя, республика менән коронавирусҡа ҡаршы көрәш башлағанға ике йыл тула.  Бөтә ошо ваҡыт  дауамында 14 мең табибыбыҙ һәм 36 мең шәфҡәт туташыбыҙ  иң алғы һыҙыҡта.  Ике йыл инде улар беҙҙе айырым шарттарҙа дауалай һәм хәстәрлек күрә, арыйҙар, ауырыйҙар, ә ҡайһы берәүҙәре һәләк була...  Әйҙәгеҙ бергәләп рәхмәт әйтәйек һәм уларға һаҡсылыраҡ булайыҡ, тағы ла ҙурыраҡ хөрмәт менән ҡарайыҡ»,  тип яҙған үҙенең яҙмаһында Радий Хәбиров.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: