Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 18:08

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән килешеү төҙөлдө

Башҡортостан Хөкүмәте менән РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы араһында бөгөн төҙөлгән килешеүгә ярашлы, беҙҙең республика хеҙмәтте һаҡлау тармағында һөнәри хәүефтәр менән идара итеүҙе һәм баһалауҙы камиллаштырыу буйынса проектта ҡатнаша.  

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән килешеү төҙөлдө
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән килешеү төҙөлдө

Пилот проектына беҙҙән төрлө эшмәкәрлек даирәһендәге туғыҙ ойошма һайлап алынған. Уларҙың етәкселәре килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашҡан.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, әлеге проект Рәсәй эш биреүселәренә үҙ хеҙмәткәрҙәрен лайыҡлы эш шарттары менән тәьмин итеүҙә ысынлап та ярҙам күрһәтәсәк.

Ҡатнашыусылар : «Башспирт», «Шахтостроительное управление», «Фармстандарт ‒ Уфимский витаминный завод»,  Республика балалар клиник дауаханаһы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, «Алексеевский» совхозы, «Урал урманы», «Башинформсвязь», «ПОЛИЭФ» йәмғиәттәре.

Килешеү 2024 йылдың 1 ғинуарынаса ғәмәлдә ҡала.

Фото: БР Хөкүмәте сайты.

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән килешеү төҙөлдө
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән килешеү төҙөлдө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: