Асыҡланыуынса, был ир телефон номерҙарын Интернеттан алған. Уның менән һөйләшә башлаған кешеләр, үҙҙәре лә аңғармаҫтан, ирҙең арбауына бирелеп, ни әйткән - шуны теүәл үтәгән. Яҡындарына шылтыратып, хәлдең ысынмы-түгелме икәнен белешер урынға, йәһәтләп мутҡа аҡса күсергән. Аҡсаны онлайн күсерә белмәгән ололарға ул таксистарҙы ебәргән - енәйәтсегә ярҙам иткәнен аңламаған такси водителдәре аҡсаны алып, банкомат аша уға ебәргән.
Әлегә муттың тиҫтәләрсә кешене яҡынса 250 мең һумға алдағаны билдәле. Тикшереү дауам итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.