Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 09:20

"Һөнәри оҫталығыбыҙҙы арттырырға ярҙам итә"

Әлеге ваҡытта республиканың медицина учреждениеларында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә  2534 студент һәм ординатор ҡатнаша. Улар араһында Башҡорт дәүләт университетының 5-се курс студенты Вадим СӘЛИМОВ та бар.

"Һөнәри оҫталығыбыҙҙы арттырырға ярҙам итә"
"Һөнәри оҫталығыбыҙҙы арттырырға ярҙам итә"

 

Саҡмағош районында тыуып үҫкән егет, мәктәптә уҡығанда уҡ биологияны бик яратып өйрәнә. Үҫә төшкәс, медицина мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра башлай.  Мәктәпте тамамлағанда инде ҡайҙа уҡырға барырын да аныҡ ҡына хәл иткән була. Туймазы медицина колледжында фельдшер һөнәренә уҡып сыға. Ватан алдында хәрби бурысын үтәргә лә өлгөрә. Унда ла  күпмелер ваҡыт санитар часта хеҙмәт итә.

Әле иһә Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында белем ала. Тырыш егеттең Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эш тәжрибәһе лә байтаҡ ҡына. Бер йыл – Саҡмағош районында, унан Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында эшләп ала.

Пандемияға бәйле, ҡатмарлы хәл килеп тыуғас, студенттарҙы поликлиникаларға табиптарға ярҙамға ебәрәләр. Буласаҡ табип  был ҡарарҙы аңлап ҡабул итә.  Ул Өфөнөнөң 8-се клиник дауаханаһының поликлиникаһына эләгә.

 — Бында беҙҙе бик яҡшы ҡабул иттеләр. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре лә, пациенттар ҙа   беҙгә ҡарата һәйбәт мөнәсәбәттә. Әле ковид көсәйгән ваҡытта, табипты өйгә саҡыртыуҙар күп. ОРВИ билдәләре менән дә  табип саҡырталар. Терапевтар барыһына ла өлгөрә алмай, шунлыҡтан беҙ ҙә өйҙәренә барып, пациенттарҙы ҡарайбыҙ, кәңәштәр бирәбеҙ, шулай уҡ коронавирусҡа ПЦР-тест алабыҙ. Ауырыуҙар менән эшләү тәжрибәһе булғанлыҡтан, эштең ҡыйынлығын күрмәйем. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләгәндә  кешеләр менән мөғәмәлә итергә  өйрәнеүем дә ярҙам итә. Кеше эшләгән һайын оҫтара ғына тиҙәр, был тәжрибә лә минең һөнәри оҫталығымды арттырырға ғына ярҙам итер тип ышанам, – тип һөйләй Вадим үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы бурыс хаҡында.

 — Коронавирус менән сирләүселәр менән эшләгәндә, үҙеңә ауырыу йоғор, тип ҡурҡмайһыңмы? – тип ҡыҙыҡһынам.

 —Табип һөнәрен һайлағанмын икән, мин быны аңлы рәүештә эшләгәнмен һәм әлеге хәлде лә аңлап ҡабул итәм. Өҫтәүенә, үҙем вакцина ла эшләткәнмен, ике тапҡыр ауырып та алдым.  Тимәк, был сир, уны дауалау  һәм һаҡланыу ысулдары хаҡында яҡшы беләм. Ғөмүмән, мин үҙем өсөн бер ҡасан да ҡурҡмайым, тик ата-әсәйем өсөн генә борсолам.

 — Ә сирҙе иҫкәртеү буйынса гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инең?

  – Иң беренсе сиратта, республикала иғлан ителгән бөтә иҫкәртеү сараларын тоторға, йәғни битлек, антисептиктар хаҡында оноторға ярамай. Ә инде ауырыуҙың тәүге билдәләре күренә икән, үҙ белдегең менән дауаланыу йәки табипҡа күренеүҙе һуҙып йөрөү ярамай. Мөмкин тиклем тиҙерәк профессиональ белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк.   Һәм, әлбиттә, вакцина эшләтергә, сөнки ул ауырыған хәлдә лә еңелерәк үткәрергә һәм инфекцияның насар эҙемтәләренән һаҡланырға ярҙам итә.

Вадим Сәлимов киләсәген медицинаның бик ҡатмарлы бүлеге – онкология менән бәйләргә ниәтләй. Әле үк уҡыу менән бер рәттән  Республика онкология диспансерында   эшләп тә йөрөй.

 — Хәҙер инде ниндәйҙер һығымта яһарға эш тәжрибәң дә бар, 5-се курсҡа ла еткәнһең, һайлаған һөнәрең оҡшаймы?

  – Оҡшай, әлбиттә. Табип һөнәрен һайлағаныма бер ваҡытта ла үкенгәнем юҡ. Киреһенсә, йылдан-йыл яңы көс-дәрт менән үҙемдең маҡсатыма ынтылам.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: