Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 20:28

Ирекмәндәр эшмәкәрлегенә бөтә муниципалитеттар ҡушылды

 Яңы коронавирус инфекцияһының бишенсе тулҡынына бәйле, республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр”  ирекмәндәр үҙәгенең эше әүҙемләште.

Ирекмәндәр эшмәкәрлегенә бөтә муниципалитеттар ҡушылды
Ирекмәндәр эшмәкәрлегенә бөтә муниципалитеттар ҡушылды

    Ирекмәндәр республика буйынса халыҡҡа һәр төрлө ярҙам күрһәтә.    

Краснокама районының “Беҙҙең хәстәр” штабы  ирекмәндәре табиптарға ярҙам итә.  Шулай уҡ бөгөн Николо-Березовка ауылынан күп балалы Гаджиевтар ғаиләһенә, инвалидтарға һәм ололарға ярҙам йөҙөнән аҙыҡ-түлек алып барҙылар.

 Саҡмағош районында ирекмәндәр амбулатор дауаланыуҙа булған ауырыуҙарға дарыуҙар тарата. Дүртөйлө, Ҡыйғы, Шишмә, Ҡариҙел райондарында аҙна  һайын  күп балалы  ғаиләләргә  бушлай аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырыла. Яңауыл, Өфө райондарында   аҙыҡ-түлек, дарыу алып барыу ғына түгел, хәрәкәттәре сикләнгән граждандарға ҡар көрәргә, медицина хеҙмәтләндереүе алырға ла ярҙам итәләр.

Әбйәлил районында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҙә аҙыҡ-түлек рәүешендә ярҙам алған.   Ишембай районы  ирекмәндәре лә әүҙем эш алып бара.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: