- Һуңғы арала бала сағым тураһында йыш яҙам. Бының нимә менән бәйле икәнен аңлата аңламайым. Ауылға өләсәйем, ҡартатайым (мәрхүм) янына ҡайтҡан һайын мин ниндәйҙер аңлатып бөткөһөҙ хис-тойғолар кисерәм, яңынан бәләкәй, ҡартатайым ҡулында күтәреп кенә йәрәткән бала ғына Гөлназға әйләнәм...
Яҡын кешем дауаханала ятҡанда уның тиҙерәк һауығыуын теләнем. Ҡартатайымдың йүнәлеп сығыуына һуңғы көнгә тиклем ышандым. Юҡ инде, уны Хоҙай беҙҙең аранан алды...
Ә мин бит ҡәҙерлеләремдең 50 йыл бергә ғүмер кисереүҙәренә ауылда концерт ҡуйырмын, тип уйлағайным. Ҡартатайым баянда уйнаны, матур йырланы. Ул ғүмер буйы артист булырға хыялланған. Уның хыялын тормошҡа ашырып булманы. Ғәзиз кешеләрегеҙҙең ҡәҙерҙәрен улар һау саҡта белегеҙ, зинһәр!– тип яҙған Гөлназ.
Фото: Т. Аманов