Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 08:18

Өфө рәссамы аҙыҡ-түлек йыйылмаһынан Мишустиндың портретын яһаған

Бының өсөн ул аҙыҡ-түлеккә 1 028 һум аҡсаһын тотонған.

Өфө рәссамы аҙыҡ-түлек йыйылмаһынан Мишустиндың портретын яһаған
Өфө рәссамы аҙыҡ-түлек йыйылмаһынан Мишустиндың портретын яһаған

Евгения Сковарт Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың портретын кәбеҫтә, картуф, сәй, икмәк, дөгө, кишер, һуған, сосиска, тиҙ әҙерләй торған туҡмас, шоколад, шәкәр, тоҙ, иретелгән сыр, макарон, ҡарабойҙай, һоло ярсыҡтары һәм киптерелгән емештәрҙән яһаған. Ул бының менән пенсияларға, халыҡтың ҡайһы бер категориялары өсөн пособиеларға һәм йәшәү минимумына бәләкәй өҫтәмәләр проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итергә теләгән.

 Рәссам әйтеүенсә, портретты ашағандар. Уның электрон версияһы һатыуға ҡуйылған. Өфө ҡыҙы аҡсаның күпселек өлөшөн аҙ тәьмин ителгәндәргә һәм пенсионерҙарға ярҙам итеүсе хәйриә фондтарына йүнәлтәсәк.

 

 

Фото: Новости Уфы и Башкортостана на сегодняшний день (newsbash.ru).

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: