Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 14:50

Өфөлә торлаҡ йорттар араһында метр ярымлыҡ упҡын барлыҡҡа килгән

Был хаҡта Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Өфөлә торлаҡ йорттар араһында метр ярымлыҡ упҡын барлыҡҡа килгән
Өфөлә торлаҡ йорттар араһында метр ярымлыҡ упҡын барлыҡҡа килгән

Кисә Өфөнөң Лазовский урамындағы 20-се йортта 1,5 метр тәрәнлектәге упҡын барлыҡҡа килә. Алынған мәғлүмәт буйынса ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар бара. Белгестәр әйтеүенсә, упҡын ике шәхси йорт араһында барлыҡҡа килгән. Эксперттар тикшергәндән һуң, йорттарға хәүеф янамай, тигән һығымта яһай. Яҡынса фаразлауҙарынса, шамбонан сыҡҡан һыу ерҙе ағыҙыу сәбәпле упҡын барлыҡҡа килгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: