Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 10:23

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа комитет ултырыштары бара

Депутат Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, кисә Урындағы үҙидара, гражданлыҡ институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет ағзалары йыйылған. 

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа комитет ултырыштары бара
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа комитет ултырыштары бара

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа депутаттар республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы башлығы Максим Ульчевтың мәғлүмәт коммуникациялары өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса ҡануниәт үтәлеше тураһында сығышын тыңлаған, һорауҙар биргән.

Етәксе Агентлыҡ ҡарамағындағы ойошмалар тураһында һөйләгән.

Бынан тыш, Комитет ағзалары төрлө закон проекты буйынса эшен дауам иткән. Улар араһында "Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында"ғы проект та бар.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа комитет ултырыштары бара
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа комитет ултырыштары бара
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: