Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 14:53

Брифинг "Спутник М" вакцинаһына арналды

Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе  «Спутник М» вакцинаһы менән прививкалауға арналған брифинг үтте.

Брифинг  "Спутник М" вакцинаһына арналды
Брифинг "Спутник М" вакцинаһына арналды

 

Унда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, “Роспортебнадзор” идаралығы вәкилдәре һәм табип-инфекционистар ҡатнашты.  Улар республикала балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе вакциналау барышы тураһында һөйләне.

БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин әйтеүенсә, киләһе аҙна аҙағына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн алынған вакцина тамамланыуы ихтимал.  

– Республикаға бөтәһе 2 880 доза «Спутник М» вакцинаһы алынды. Улар республика балалар поликлиникаларына таратып бирелде. Өфө ҡалаһына  540 доза бүленде.  Уның күп өлөшө балаларға эшләнде. Аҙна аҙағына республикаға бүленгән вакциналар ҡулланылып бөтөлөр, тип уйлайым, – тине ул.

 БДМУ-ның инфекция ауырыуҙары доценты Татьяна Просвиркина вакцинаның балаларға ниндәй йоғонто яһауы хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә,  вакцина эшләтеүсе үҫмерҙәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы температура күтәрелеү, өшөтөү, тән, баш ауыртыу, хәлһеҙлек кеүек эҙемтәләр барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шулай уҡ прививка эшләнгән урын бер аҙ ҡыҙарып,  шешеп тороуы ихтимал.  “Бынан ҡурҡырға ярамай, был билдәләр прививка эшләткән көндөң иртәгәһенә барлыҡҡа килә һәм бер-ике көн генә була”, – тине ул.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова, коронавирус менән ауырыусылар һаны 20 проценттан артһа, мәктәптәр дистанциолн уҡытыуға күсә ала, тип белдерҙе.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: