Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 13:45

Баймаҡта уҡыусылар ситтән тороп уҡыуға күсте

Бының турала социаль селтәрҙәрҙә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев хәбәр итте.

Баймаҡта уҡыусылар ситтән тороп уҡыуға күсте
Баймаҡта уҡыусылар ситтән тороп уҡыуға күсте

"4 февралдән Баймаҡ ҡалаһының бөтә һәм Баймаҡ районының өс мәктәбе ОРВИ һәм COVID-19 сире менән ауырыусылар һаны күп булыуы сәбәпле дистанцион уҡытыуға күсә. Ул бер аҙнаға ҡабул ителде. Райондағы 8 217 уҡыусының 42-һе коронавирус һәм 1385-е ОРВИ менән ауырый.

Хөрмәтле Баймаҡ халҡы, COVID-19 сирен йоҡтормаҫ өсөн иҫкәртеү сараларын теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Бөгөнгә вакцина алырға тейешле 31250 кешенең 27384-е коронавирустан прививка эшләткән.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!", - тигән ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: