+1 °С
Ясна
Бөгөн, 3 февралдә, Дүртөйлө районындағы М-7 трассаһында фура юлда китеп барған рейс автобусына бәрелгән. Уның салонында 13 кеше булған. Был хаҡта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы хәбәр итте.
Юл-транспорт ваҡиғаһына осраған автобус «Башавтотранс»ҡа ҡараған. Ул Өфөнән Яр Саллыға китеп барған. Аварияла һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Ваҡиға урынына резерв автобус барып, пассажирҙарҙы билдәләнгән пунктҡа илтә.
Фото: Т. Аманов