-5 °С
Болотло
Һүгенеү, үкенескә күрә, һирәк күренеш түгел. Хатта ҡайһы бер халыҡ, ул – беҙҙең фольклор, тип үк ебәрә.
Цензураһыҙ һүҙҙәр буйынса инглиз теле иң алда тора. Икенсе урында – голланд, өсөнсөлә рус теле.
Баҡһаң, рус телендәге норматив булмаған лексика һүҙлегендә 16 мең һүҙ бар икән.
Иң тәүге русса һүгенеү һүҙе XII быуатҡа ҡараған туҙ яҙмала табылған.
XIV быуатҡа тиклем әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе рустар “нелепый глагол” тип йөрөткән.
Кеше үҙ ғүмерендә әрләү-һүгенеү һүҙен уртаса 230 тапҡыр ҡабатлай, имеш. Бынағайыш, уны кем һанап йөрөнө икән?
Ә башҡорт һүгенмәй, шулай бит?
Фото: vk.com