Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 09:00

Ҡатын-ҡыҙ күлдәгендә рэп уҡыған бурыслыны эҙләйҙәр

Баҡһаң, Учалы районынан был 33 йәшлек ир кеше 10 йәшлек ҡыҙына алимент түләмәй икән.  

Ҡатын-ҡыҙ күлдәгендә рэп уҡыған бурыслыны эҙләйҙәр
Ҡатын-ҡыҙ күлдәгендә рэп уҡыған бурыслыны эҙләйҙәр

Бурыстың аныҡ суммаһы хаҡында хәбәр ителмәй. Билдәле булған йәшәү урынында таба алмайҙар, үҙе суд приставтары хеҙмәтенә килеүҙән баш тарта. Шуға күрә уны эҙләү иғлан ителгән.

Яҡынса Денис Иҫәнгилдиндың Санкт-Петербургта булыуы фаразлана. Социаль селтәрҙәрҙә рэп уҡыуы хаҡында һөйләй. Фотоларҙан күренеүенсә, сағыу биҙәнеп, ҡатын-ҡыҙ күлдәгендә сығыш яһай.

Алимент түләмәүсенең ҡайҙа икәнлеген белеүселәр ошо телефондар буйынса шылтырата ала: 8-961-357-46-56, 8 (347) 273-56-40.

 

Фото: Новости Российского законодательства (newsbash.ru).  

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: