Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2022, 12:35

Андрей Назаров: «Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫешенә йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленә»

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән сираттағы ултырышта «Башҡортостан Республикаһында фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү» дәүләт программаһы актуалләштерелде.

Андрей Назаров: «Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫешенә йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленә»
Андрей Назаров: «Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫешенә йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленә»

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Камил Рамазанов хәбәр итеүенсә, дәүләт программаһындағы үҙгәрештәр донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ғилми тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамын арттырыуҙы күҙ уңында тота.

- 2022 йылға бүленгән гранттарҙың дөйөм күләме 20 миллион һум һәм унан һуңғы йыл һайын 30-шар миллион һум тәшкил итә, ә республикала алдынғы ғалимдар етәкселегендә үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы буйынса 2021 2023 йылдар осорона һәм артабанғы дүрт йылға тағы ла дүрт грант,тине Камил Рамазанов.

Бынан тыш, башҡа проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу ҙа күҙаллана.

Республика университеттарҙы үҫтереүгә ярайһы ғына федераль ярҙам алған. “Приоритет – 2030” стратегик программаһы буйынса ла ҙур вуздарыбыҙ – Башҡорт дәүләт һәм Өфө авиация, нефть техник һәм медицина университеттары дөйөм суммаһы бер миллиард һумдан ашыу федераль грант алған.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, республика ҡаҙнаһынан фән һәм технологияларҙы үҫтереүгә йыл һайын 500 миллион һумдан күберәк аҡса бүленә. Ә ошо йылдың ғинуарында ғына БР Башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми белем биреү үҙәге программаһында ҡатнашыусыларға 200 миллион һумлыҡ грант булдырҙы.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Андрей Назаров: «Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫешенә йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленә»
Андрей Назаров: «Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫешенә йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленә»
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: