Программаны ғәмәлгә ашырыу бер нисә этапта алып барыла. Халыҡ менән йыйылыш үткәрелгәндән һуң ғариза төҙөлә, унан тикшереү һәм конкурслы һайлап алыу уҙа. Уларҙы уңышлы үткән осраҡта урындағы етәкселек вәкилдәре инициатива төркөмө менән берлектә подрядсы ойошмалар һайлай һәм проектҡа ярашлы ҡуйылған бурыстарҙы хәл итә.
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы – йылдар буйы ҡул етмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең бер юлы ул. Бында ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башланғыс күрһәтеп, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шуға ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара.
Ошо мөһим программаға Өфөнөң Наталья Ковшова урамындағы 7-се йортта йәшәүселәр ҙур теләк менән ҡушылды. Инициатив төркөм Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы биләмәһендәге спорт майҙансығын заманса төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп алған. Беренсенән, был ерҙә спорт менән шөғөлләнергә бик уңайлы булһа, икенсенән, ата-әсәләр уларҙың сәләмәтлеге, хәүефһеҙлеге өсөн борсолмаясаҡ. Волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнар өсөн, резина япмалы күп функциялы спорт майҙансығы күптәрҙең яратҡан урынына әйләнеүенә лә өмөт ҙур. Наталья Ковшова урамының 7-се йортонда йәшәүселәр йыйылыш үткәреп, киләһе этаптарға ла әҙерлек алып бара.
Гөлсәсәк ҒӘЗИЗУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.