Тәүлек эсендә 1205 кешенең ковид менән ауырыуы асыҡланды. Ә унан алдағы тәүлектә республикала 982 кешенең ковид менән зарарланыуы теркәлгәйне.
Пандемия башланғандан алып бөтәһе 134,3 мең кешенең коронавирус менән ауырыуы билдәле.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта дауаханала 233 кеше сиргә ҡаршы көрәшә, 42 пациент ауыр хәлдә. 7 меңдән ашыу кеше амбулатор рәүештә дауаланыу курсы үтә, шуларҙың 4,9 меңдән ашыуы – 60 йәштән ололар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған тәүлектә 18 кеше тап ошо сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан. Пандемия башланғандан алып ҡорбандар һаны 4,8 меңгә етте.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.