Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 13:19

“Төньяҡ амурҙары”на бағышлана

Тиҙҙән Сибай янындағы Дуҫлыҡ ҡасабаһында “Тай-тулаҡ” тигән бик шәп сара үтәсәк.

“Төньяҡ амурҙары”на бағышлана
“Төньяҡ амурҙары”на бағышлана

Уны Башҡорт тоҡомло атын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Ирәндек” тип аталған хәйриә фонды үткәрә. Сара 19 февралдә буласаҡ. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышы юбилейына арнала.

Беләһегеҙ, беҙҙең һыбайлылар унда ҙур батырлыҡтар күрһәтә, Парижды ала. “Төньяҡ амурҙары” тигән һоҡланыу ҡатыш ҡушамат та тағыла уларға.

Пандемия сәбәпле, бында ун ғына команда ҡатнашырға тейеш, райондарға хәбәр ителгән. Ҡағиҙә буйынса һәр командала өс кеше булыуы мотлаҡ. Уларға өйрәтелмәгән тайҙы менеп, һыбай килеш мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалырға кәрәк.

Үәт, исмаһам, оҫталыҡ һынаш буласаҡ!

“Төньяҡ амурҙары”на бағышлана
“Төньяҡ амурҙары”на бағышлана
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: