Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 11:10

Республика шифаханаларында нисек итеп осһоҙораҡҡа ял итергә?

Бының өсөн туристик кешбек программаһы ярҙамға килер. Ташлама күләме етди генә - 20 процентҡа барып етә. Унда республика биләмәһендәге санаторийҙар, 25 ҡунаҡхана һәм ял итеү базалары, дүрт туроператор ҡатнаша.

Республика шифаханаларында нисек итеп осһоҙораҡҡа ял итергә?
Республика шифаханаларында нисек итеп осһоҙораҡҡа ял итергә?

 БЮТ "Сәләм"ендә #ЦУРБашкортостан бөгөн тап ошолар тураһында һөйләне.

 Туристик кешбэк быйыл 12 апрелгә тиклем ғәмәлдә - тап ошо ваҡытта ял итеү йүнәлешен һайлап, уны түләп ҡуйырға кәрәк. Ташлама аҡсаһы "МИР" картаһына ҡайтарыла.

Былтыр Башҡортостан туристик кешбэк буйынса Рәсәйҙә иң популяр ял итеү йүнәлеше исемлегенә ингән. Беҙгә 63 туроператор 120 тур тәҡдим иткән.

Бөгөнгө тапшырыуҙа шулай уҡ үҫмерҙәр өсөн ғәмәлдә булған Пушкин картаһы тураһында ла һөйләнеләр. Уның аша 14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙарға 5 мең һумлыҡ картаға мәҙәниәт усаҡтарында бушлай тамашалар ҡарарға мөмкинлек бирелә. 

#ЦУРБашкортостан системалары уҙған тәүлектә һаулыҡ һаҡлау темаһына 291 мөрәжәғәт, юлдар буйынса 78 хәбәр, тажзәхмәт һорауына 64 өндәшеү ҡабул иткән.
 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в