Республика етәксеһе социаль селтәрҙә яҙыуынса, Өфөнөң төҙөлөп ятҡан Көнсығыш урау юлындағы (Восточный выезд) яңы күперҙе һалыуҙа мөһим эшкә старт бирелгән.
"Был республикала иң оҙон эстакадалы күпер буласаҡ. Оҙонлоғо 2,7 км тәшкил итә. Уны 72 терәк тотасаҡ. Өфө йылғаһынан суднолар йөрөүҙе дауам итәсәк. Был - бик мөһим проект", тип яҙған Радий Хәбиров.
Көнсығыш урау юлы ваҡытына тура килтереп һалына. Бында һәр миҙгелдә лә эш әүҙем бара.
БР Башлығы әйтеүенсә, Волга буйы федераль округында ла ҙур төҙөлөштәрҙән һаналған проект 2024 йылға тамамланыр, тип өмөт итәбеҙ.
Фото: vk.com (Р. Хәбировтың сәхифәһенән)