Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 15:10

Президент гранттарының икенсе конкурсы башланды

Был турала алдан хәбәр иткәйнек инде. Конкурста коммерция булмаған ойошмалар ҡатнаша. Ғаризаларҙы 15 мартҡа тиклем тапшырырға кәрәк. Әммә оҙаҡ һуҙып йөрөргә түгел.

Президент гранттарының икенсе конкурсы башланды
Президент гранттарының икенсе конкурсы башланды

Проекттарҙы талаптарға ярашлы итеп әҙерләү мотлаҡ. Уның буйынса мәғлүмәттәр Президент гранттары фонды сайтында бар.

Конкурс һөҙөмтәләре июндең тәүге яртыһында иғлан ителәсәк. Ҡағиҙә булараҡ, был сарала беҙҙең НКО-лар әүҙем ҡатнаша, төбәккә байтаҡ федераль аҡсалар ала.

Был юлы дөйөм суммаһы дүрт миллиард һум булған грант аҡсаһы бүленәсәк.

Фото: Минтруд.

Президент гранттарының икенсе конкурсы башланды
Президент гранттарының икенсе конкурсы башланды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: