Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 11:45

“Мин йәнә бер үк тырмаға баҫтым...”

Радик Юлъяҡшиндың элекке дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы социаль селтәргә яңы егетенең фотоһын һалған.

“Мин йәнә бер үк тырмаға баҫтым...”
“Мин йәнә бер үк тырмаға баҫтым...”

Әйткәндәй, Радик менән ташлашҡандан һуң, Алина Ғәлимова “Дом – 2” телепроектына киткәйне.

Алина йыш ҡына Радик менән уларҙың мөнәсәбәттәре ниндәй булғанлығы тураһында һөйләне. Ҡыҙ әйтеүенсә, уға һәр ваҡыт музыкант командаһы менән йәшәргә тура килгән, ә Радик үҙе оҙаҡ ҡына ваҡыт юғалғылап та торған.

Йондоҙ менән хушлашҡандан һуң, Алина үҙен музыкала һынап ҡараны, һуңынан «Дом – 2» шоуына эләкте. Билдәле телепроектта ул оҙаҡҡа ҡалманы.  Хәҙер ул Мәскәүҙә йәшәй һәм  косметолог булып эшләй.

Ошо көндәрҙә ҡыҙ ҡыҙыҡлы фото һалды. Унда ул яңы егет менән баҫып тора.

– Мин һаман да кешеләр араһындағы ихласлыҡҡа һәм ысын хис-тойғоларға ышанам. Белеүегеҙсә, хаталандым, бер үк тырмаға ике тапҡыр баҫтым. Әле йәнә бер егет менән дуҫлашып йөрөйөм һәм беҙҙең мөнәсәбәттең киләсәгенә һуҡырҙарса ышанам.  Башҡа бер ни ҙә әйтке килмәй. Мин бары тик бәхетле һәм һөйөклө булырға теләйем! – тип фото аҫтына яҙған Алина.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: