Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 11:10

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 2 һәм 3 февралгә һауа торошон хәбәр итте. Метеорологтар төбәктә һауа торошоноң боҙолоуын вәғәҙәләне. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы, епшек ҡар ятыуы көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 1-6 градус һалҡын.

3 февралдә  епшек ҡар яуасаҡ, көндөҙ тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә – 6-11, аяҙытҡанда 13-18, көндөҙ  –1-4 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: