Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 15:16

Донор була алаһығыҙ

Кеше яҙмышына, һаулығына битараф ҡалмаһағыҙ, һәм, әлбиттә, мөмкинлегегеҙ булһа, ҡан тапшырығыҙ. Пандемия осоронда был бигерәк тә мөһим.

Донор була алаһығыҙ
Донор була алаһығыҙ

7 – 11 февралдә махсус акция үтә. Теләүселәр Өфөнөң Батыр урамында урынлашҡан Ҡан тапшырыу станцияһына барып, донор була ала. Иртәнге 8-ҙән төшкө 1-гә тиклем килергә мөмкин.

Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 279-06-35.

Әйткәндәй, донор булыр өсөн түбәндәге талаптар ҙа мөһим: 18 йәш тулырға тейеш, кәүҙә ауырлығы 50 кг-дан юғарыраҡ булһын, һуңғы 10 көндә теш һурҙырмау, һуңғы бер йылда татуировка эшләтмәү, үҙегеҙҙе яҡшы тойоу шарт.

Фото: vk.com

Донор була алаһығыҙ
Донор була алаһығыҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: