Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 09:42

«Бындай осраҡтар киләсәктә лә ҡабатланырға мөмкин»

Өфө мэры берәҙәк эттәр мәсьәләһе тиҙ генә хәл ителмәйәсәген белдерҙе.

«Бындай осраҡтар киләсәктә лә ҡабатланырға мөмкин»
«Бындай осраҡтар киләсәктә лә ҡабатланырға мөмкин»

Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков берәҙәк эттәрҙең уҡыусыға һөжүм итеү осрағы буйынса фекерен әйтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был хәл 28 ғинуарҙа Өфөнөң Әй урамында булғайны – үҫмергә ябырылған эттәрҙе урам һепереүсе ҡыуып ебәреп ҡотҡарып ҡалды.

– Берәҙәк хайуандарҙы аулау буйынса ҙур эш алып барыла, әммә беҙ күрәбеҙ, был ғына етмәй. Әй урамындағы ваҡиғанан һуң барлыҡ эттәрҙе лә тоттолар. Был йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк. Аңлауымса, хайуандарҙың әүҙемлеге арта ғына һәм бындай осраҡтар киләсәктә лә ҡабатланырға мөмкин, – тине Греков.

Мэр коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы Ғәфүр Ҡылысбаевҡа мәсьәләне контролгә алырға ҡушты. 

Бик үкенесле... Сөнки кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында ғәм халыҡ ыҙа сигергә мәжбүр. Ҡала уртаһында сабып йөрөгән эттәрҙең хужаһыҙ булыуы көн кеүек асыҡ. Учалы районындағы хәл ҡабатланыуын көтөргә кәрәкмәйҙер...

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: