Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 15:36

"...Бына мин торам, көтөүсе Мәннән"

Дим Ҡоләхмәтов (Дим Мәннән) - "Дәрүишхан" төркөмө  #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

"...Бына мин торам, көтөүсе Мәннән"
"...Бына мин торам, көтөүсе Мәннән"
 
"Дәрүишхан" төркөмө башҡорт мәҙәниәте тарихында сағыу бер күренеш булды. Үҙенсәлекле коллектив, уйға һалырлыҡ йырҙар, йәштәргә генә хас ҡабатланмаҫ дәрт, үткер тел, ҡыйыулыҡ - былар барыһы ла бар ине был төркөмдә. Иң тәүге "Урал моңо" фестивалендә гран-при яулаған "Дәрүишхан" күптәрҙең кумирына әйләнде. Уның солисы Дим Ҡоләхмәтов та, башҡа ижадсылары ла меңәрләгән егет-ҡыҙҙы һоҡландырҙы. Концерттары, сығыштары алҡыштарға күмелде.
 
Ижад итергә бигүк уңайлы шарттар булдырылмаһа ла, халыҡ күңелен яуланы улар. Башҡорт рок-музыкаһы бөгөн бар икән, уның нигеҙендә дәрүиштәр торалыр.
 
Ҡатмарлы яҙмышлы Димдең ғүмере ҡыҫҡа булды. Балҡыны ла һүнде, тиҙәр ундайҙар тураһында. Аллаһ Тәғәләгә яҡынайып "китте" ул. Мәңгелектәге урыны йәннәттә булһын.
 
"Йәшлек" гәзите. 22 апрель 2021 йыл.
 
Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: