Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 15:22

Беҙҙекеләр халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты

«Башҡортостан продукты» проекты еңеүселәре Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә үҙ тауарын күрһәтте.

Беҙҙекеләр халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты
Беҙҙекеләр халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты

Ошо көндәрҙә баш ҡалала пластмасса һәм каучукка арналған «Интерпластика – 2022» күргәҙмәһе уҙҙы. Унда 29 илдән 470-тән ашыу предприятие экспозицияһы бер майҙансыҡҡа тупланды. Һәр компания үҙенең инновацион продуктын күрһәтергә тырышты.

Беҙҙән күргәҙмәгә “Башҡорт сода компанияһы”ның (БСК) ”Эколь” йәмғиәте кальцинирланған сода һәм ”Зифа”, ”Луч” кеүек йыйыу сараларын алып барғайны.

Шулай уҡ БСК-ның ПВХ һәм кабель пластикаттары етештереү буйынса лидер булғаны билдәле. Был изделиелар ҙа күргәҙмәлә үҙ урынын биләне.

Әйткәндәй, ”Башҡортостан продукты” проекты беҙҙә 2013 йылдан алып ғәмәлгә ашырыла. Ул республика етештереүселәрен дәртләндереү һәм тауарҙарын ситкә лә таратыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Беҙҙекеләр халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты
Беҙҙекеләр халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: