-4 °С
Болотло
Рус алфавитында был хәреф – 29-сы тора. Русса ул әллә ни күп тә ҡулланылмай кеүек. Ә беҙ рәхәтләнеп ҡулланабыҙ.
Борон кириллицала ла, глаголицала ла “ы” булмаған. Уның заманса яҙылышы XIV быуатта килеп ингән, буғай.
Әйткәндәй, баяғы ер-һыу атамаларына килгәндә, Төркиәлә Ыспарта ҡалаһы булыуын беләм. Яҡутстанда Ыныкчан тигән ҡасаба бар икән. Ыджид тигән йылға Ухта тирәһеннән аға. Таллинда бер район Ыйсмяэ тип атала, тиҙәр. Эстонияла Ыру ҡасабаһы бар.
Беҙҙә Ыҡ йылғаһы, Ыҡтамаҡ, Ырғыҙлы, Ыуары ауылдары... Кем дауам итә?
Фото: vk.com