-5 °С
Болотло
Мәҫәлән, нисек ҡыйыҡ башына менеп, ҡарҙан таҙартып йөрөмәк кәрәк ҡурҡмайынса?! Бының өсөн яуаплы ойошмалар бар.
Былай ҙа ҡар өйөмө йә боҙ кеше башына, машина өҫтөнә төшөп тора.
Шуны белегеҙ: БР КоАП буйынса (6.8 статьяһы), яуаплылар объектты ҡарҙан, боҙҙан таҙартмаһа, штраф ҡаралған. Суммаһы ярайһы ғына: вазифалы кешеләр өсөн – 5000 – 10 000, ойошмалар өсөн 15 000-дән 20 000 һумға тиклем.
Һәм иҫкәртәбеҙ: хәүефле биналар тирәһенән йөрөмәгеҙ, уңға-һулға ғына түгел, ә өҫкә лә ҡарап барырға кәрәк шул.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.