Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2022, 15:28

Алдауҙар дауам итә: "Ҡыҙығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны..."

Өфөлә йәшәгән 75 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ ир шылтыратып, ҡыҙығыҙ бәләгә тарыны, тип хәбәр иткән: йәнәһе лә, ул йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән ерҙә юл аша сығып барғанда, автомобиль уны тапамаҫ өсөн ситкә боролоп, бағанаға бәрелгән, ауыр яраланған водителгә ҡиммәтле операция талап ителә. Әгәр әсә кеше ярҙам итмәһә, ҡыҙына, имеш, суд янай. Артабан ҡатын менән һөйләшеүҙе "адвокат" дауам иткән: полицияға енәйәт эшен асмаһындар өсөн "дөрөҫ итеп" ғариза яҙырға өйрәткән, аҡса артынан ярҙамсым килә, тип иҫкәрткән. Ялған "адвокат" менән һөйләшкән арала ҡатындың фатирына билдәһеҙ ир килеп, аҡсаны алып та киткән. Шунан һуң ғына аферистар ҡатынды "ҡармаҡтан" ысҡындырған. 

Алдауҙар дауам итә: "Ҡыҙығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны..."
Алдауҙар дауам итә: "Ҡыҙығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны..."

Ҡурҡҡан ҡатын ҡыҙына шылтыратҡас, уның имен-аман булыуын, муттарҙан алданыуын белгән. 

Зинһар, һаҡ булығыҙ, яттар ни тип кенә шылтыратмаһын - ауыҙ асып ышанмағыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: