Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2022, 10:31

«Әйҙәгеҙ, балаларға әфлисун кәйефе бүләк итәйек»

Баш ҡалабыҙ китапханалары «Әфлисун фрешы – 2022» хәйриә акцияһына ҡушылып, әфлисун йыйыу миҙгелен аса. Был акция «Һәр ваҡыт янымда бул» төбәк хәйриә йәмәғәт ойошмаһы тарафынан бишенсе тапҡыр ойошторола.

«Әйҙәгеҙ, балаларға әфлисун кәйефе бүләк итәйек»
«Әйҙәгеҙ, балаларға әфлисун кәйефе бүләк итәйек»

Бында ҡатнашыусылар ҡыҙғылт һары, әфлисун төҫөндә һәм уға  бәйле бөтә нәмәләрҙе – әфлисун, витаминдар, кәнфиттәр, мармелад, әфлисун тәме менән печенье, цитрус шампундәре һәм гелдәре, кәнсә кәрәк-яраҡтарын йыя.

 Тауарҙар Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 138-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Үҙәк ҡала китапханаһында 1-енән 17 февралгә тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 216-47-42. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Йыйылған бүләктәрҙең барыһы ла балалар йорттарына һәм приюттарға, етем балаларға, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгән балаларға, мохтажлыҡ кисергән тәрбиәләнеүселәргә тапшырыласаҡ.

"Һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк. Әйҙәгеҙ, балаларға әфлисун кәйефе бүләк итәйек», – ти ойоштороусылар.


Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: