Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2022, 11:59

Үҙҡурсалау режимын тоторға һәм үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнмәҫкә

 Башҡортостан табиптары ковид менән ауырығанда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында һөйләне. 

Үҙҡурсалау режимын тоторға һәм үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнмәҫкә
Үҙҡурсалау режимын тоторға һәм үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнмәҫкә

 

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны арта. Уҙған аҙнала 40 процентҡа үҫеш теркәлгән.   Был хаҡта коронавирустың таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың ултырышында  БР Хөкүмәте вице-премьеры   –  республиканың һаулыҡ һаҡлау министры   Максим Забелин һөйләне. 

Максим Забелин хәбәр итеүенсә,  “Омикрон”штаммы менән зарарланыусы пациенттар, ҡағиҙә булараҡ, ауырыуҙы   еңел формала, бер ниндәй билдәһеҙ үткәрә, дауаханала дауаланыу ҙа талап ителмәй.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Иҫкәрмәһе – ауырығандар өсөн төп тәҡдимдәр

Билдәле булыуынса, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы COVID-19 һәм ОРВИ менән ауырыусылар өсөн тәҡдимдәр һәм   ғәмәлдәр алгоритмын билдәләне. Был документ министрлыҡтың сайтында баҫылған.  Ул хәүеф төркөмөнә ҡараусылар, прививка эшләтмәгән балалар  һәм башҡалар өсөн һаҡланыу саралары булып тора.   

  Дим дауаханаһының баш табибы Фәнил Шәмиғолов коронавирус менән зарарланғанда иң мөһиме – башҡаларға йоҡтормау, оло йәштәге ата-әсәләргә ҡунаҡҡа, хеҙмәттәштәреңде зарарламау өсөн эшкә йөрөмәү, тип иҫкәртте.    COVID-19 һәм  ОРВИ менән ауырыусы пациенттарға иҫкәрмә ауырыуҙар өсөн төп тәҡдим булырға тейеш. 

“ COVID-19-ҙы дауалау буйынса ваҡытлыса методик тәҡдимдәргә ярашлы, ауырыуҙы еңел  һәм уртаса ауырлыҡта үткәреүсе пациенттар  амбулатор шарттарҙа дауаланырға тейеш. Был 65 йәштән ололарға ғына ҡағылмай, – тип өҫтәне Фәнил Шәмиғолов. – Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениеларында амбулатор звенола ауырыуҙарҙы күҙәтеү һәм дауалау алгоритмы әҙерләнгән. Амбулатор  пациенттар өсөн ашығыс ПЦР-диагностика  үткәрелә һәм табип тәғәйенләгән препараттар тупланмаһы  бирелә.  Поликлиника табиптары  көн һайын был пациенттарға шылтыратып, дауалауҙы ҡарап, көйләп тора”.

Атап әйткәндә, кем прививка эшләткән, ревакцинацияланған йәки ярты йыл элек ковид менән ауырыған дауалауға мохтаж түгел, әммә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алып, үҙҡурсалау режимын тоторға тейеш. Шулай уҡ уларға тәүлегенә бер тапҡыр температураһын тикшереп тороу кәрәк. 

Ҡасан табип саҡыртырға?

“Беҙҙең төп маҡсат – зарарланыу хәүефен һәм был ауырыуҙың таралыуын кәметеү. Халыҡ күпләп зарарланыуға һәм  учреждениеларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыуға юл ҡуймаҫ, шулай уҡ яҡындарыбыҙҙы һаҡлау өсөн – ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән үҙҡурсалау режимына күсергә һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән эпидемияға ҡаршы сараларҙы тоторға”, – ти Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов.    

Әгәр ҙә хәлегеҙ насарйып, тын етмәү тойғоһо барлыҡҡа килһә, температура 38 градустан юғары күтәрелеп, ике көн торһа, 122 һандары буйынса белгес менән кәңәшләшергә һәм “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. 

Прививка эшләтмәүселәр һәм ауырымасылар ОРВИ-ның тәүге билдәләре барлыҡҡа килеү менән йәки ПЦР-тест ыңғай һөҙөмтә биргән осраҡта 122 хеҙмәтенә шылтыратып,  өйҙә ҡалырға тейеш.  Хәл насарайһа, табипты өйгә саҡыртырға. 

Зарарланған балаларҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөтмәҫкә, ата-әсәләр табип саҡыртырға тейеш.  Баланың хәле насарайһа, шулай уҡ 122 берҙәм номерға шылтыратырға, әммә үҙаллы дауалау менән шөғөлләнергә ярамай.

“Антибиотикты үҙ белдегегеҙ менән ҡулланмағыҙ – уны табип тәғәйенләй.   Кемдәр вакцина эшләткән, улар ауырымай, йә ауырыуҙы  күпкә еңел үткәрә. Вакциналау үтергә һәм ярты йыл һайын ревакцияланып торорға онотмаҫҡа саҡырам”, – ти БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы  Шамил Тимербулатов.

Бынан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алда тәҡдим ителгән һаҡланыу сараларын тоторға кәңәш итә:  битлек кейеп йөрөргә, социаль дистанция һаҡларға, халыҡ күпләп йыйылған урындарға йөрөмәҫкә, шулай уҡ ваҡытында вакциналанырға. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: