Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2022, 11:27

Тимер юлы транспорты халыҡҡа уңайлы булырға тейеш

Кисә Радий Хәбиров тимер юл вокзалында республиканың тимер юлын үҫтереү мәсьәләләренә арналған күсмә кәңәшмә уҙғарҙы.

Тимер юлы транспорты халыҡҡа уңайлы булырға тейеш
Тимер юлы транспорты халыҡҡа уңайлы булырға тейеш

Беләһегеҙ, был вокзалдан яңы “Көнбайыш экспресы” Өфө – Приют маршруты буйынса юлға сыҡты.

Башҡортостан Башлығы тимер юлы транспорты эшмәкәрлеге күрһәткестәре ыңғай динамикала булыуын күрһәтеүен белдерҙе. Баҡһаң, һуңғы ете йылда пассажирҙар һаны былай күп булмаған икән. Барыһы ла хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу һәм кәрәкле маршруттар булдырыуға бәйле.

Радий Хәбиров алдағы бурыстарҙы ла атаны. Был иҫәптә, тәү сиратта, Өфө ҡулса тимер юлын үҫтереү бар.

Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев билдәләүенсә, Башҡортостан – “Рәсәй тимер юлдары”ның ышаныслы партнерҙарының береһе.

Тиҙҙән “Ҡарлуғас” составы юлға сығасаҡ. Уның көнбайыш райондарға, шулай уҡ Айғырға, Сибайға ла барып етеүе күҙаллана.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Тимер юлы транспорты халыҡҡа уңайлы булырға тейеш
Тимер юлы транспорты халыҡҡа уңайлы булырға тейеш
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: