-5 °С
Болотло
Иглин районы Аҡбирҙе ауылында йәшәгән 19 йәшлек ҡыҙға социаль селтәрҙә билдәһеҙ «фейк», шәхси фотоһүрәттәреңде бөтә Интернетҡа таратам, тип янап, аҡса талап иткән. Ҡурҡышынан ҡыҙ ул әйткән иҫәпкә бөтә булған аҡсаһын - һигеҙ мең һумды күсергән. Полиция хеҙмәткәрҙәре шантажсыны эҙләй.
Һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Алдана күрмәгеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.