Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - былтыр декабрь айында Сибай ҡалаһы халҡы «Уралпромтехсервис» ЯСЙ-һы янында ҡарҙың һары, һарғылт-ҡыҙыл төҫкә инеүен күреп шау-шыу ҡуптарғайны. Ҡала башлығы Рөстәм Афзалов талабы буйынса 7 ғинуарҙан предприятиела киптереү ҡоролмалары эше туҡтатылды. Артабан унда быға тиклем эшләгән фильтрҙар таҙартылды һәм яңылары тоташтырылды.
Ошо көндәрҙә ҡалала БР Экология министрлығының, "Роспотребнадзор"ҙың һәм "Экомониторинг"ының бойондороҡһоҙ лабораториялары өс тапҡыр экология тикшереүе уҙғарҙы. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә зыян килтереү факты теркәлгән, уның буйынса материалдар прокуратураға ебәрелгән, ғәйеплеләр тейешлесә язаһын аласаҡ.
Дәүләт һәм бойондороҡһоҙ лабораториялар бер иш анализ һөҙөмтәһе күрһәткән - модернизация үткәндән һуң фильтрлау ҡоролмаларының һөҙөмтәһе эше 98-100 процент тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә ҡала хакимиәте, күҙәтеү органдаһы һәм йәмәғәтселәр ингән эш төркөмө лигносульфаттар киптереү линияһын 1 февралдән эшләтә башларға ҡарар ҡабул иткән.
Производство үҙ ҡеүәтендә эшләй башлағас, лабораториялар ҡайтанан тикшереү уҙғарасаҡ.