Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2022, 08:45

"Үҫеш нөктәһе" ярҙам итә

"Мәғариф" милли проекты буйынса район һәм ҡалаларҙа "Үҫеш нөктәһе" ғилми һәм технологик йүнәлештәге белем үҙәктәре асылыуын дауам итә.

"Үҫеш нөктәһе" ярҙам итә
"Үҫеш нөктәһе" ярҙам итә
Яңауыл районында ла был эш бара. Мәҫәлән, Ҡарман ауылы мәктәбендә "Йәш биолог - һанлы лабораторияла" тигән кластан тыш дәрестәр үткәрелә. Унда 6-сы класс уҡыусылары микробиологияны яңы оптик микроскоп аша өйрәнә. Юғары технологиялар ҡулланыу балаларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу уята.
"Үҫеш нөктәһе" үҙәге етәксеһе Динара Копанева әйтеүенсә, балаларға үҙаллы эшләргә мөмкинлек бар.
Ҡарман мәктәбендә үҙәккә 11 - 17 йәшлек балаларҙан 90-лап кеше йөрөй.
Фото: Яңауыл районы хакимиәтенән.

 
 
"Үҫеш нөктәһе" ярҙам итә
"Үҫеш нөктәһе" ярҙам итә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: