Сарала Дәүләт Думаһы депутаттары Павел Качкаев, Римма Үтәшева, Рафаэль Мәрҙәншин шәхсән ҡатнашһа, башҡа парламентарийҙар исеменән уларҙың ярҙамсылары аҙыҡ-түлек йыйылмаларын таратышҡан. Төрлө кимәлдәге депутаттарҙан тыш, сараны "Саф йөрәк" хәйриә фонды, Йәштәр йәмәғәт палатаһы, БР мосолмандары Диниә назараты, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, ирекмәндәр үҙәге, "Йәш гвардия" әүҙемдәре һәм башҡа ойошмалар, спортсылар, артистар күтәреп алған.
2020 йылдан алып ойошторолған акция февралдә аҙна һайын үткәреләсәк. Сираттағы "Ярҙам десанты" 8 февралдә үтәсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.